Салауат Юлаев
Шаблон:Башҡа мәғәнәләре Шаблон:Персона
Салауат Юлаев (Салауат Юлай улы) (16 июнь 1754 йыл<ref name="БМ1" /> — 26 сентябрь 1800 йыл) — башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. Салауат районының почетлы гражданы<ref>Азналин Салават Юлаевич (Салават Юлаев) Шаблон:Webarchive</ref>.
Биографияһы
Үҫмер йылдары
1754<ref name="БМ1">Башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1752 йылда.</ref><ref>1775 йылда 25 февралендә Сенат экспедицияһы яуап алғанда Салауат Юлаев үҙенең йәшен былай тип әйткән:Шаблон:Начало цитаты«…отроду ему двадцать первой год»Шаблон:Конец цитаты</ref> йылдың 16 июнендә<ref name="БМ2" >Тыуған көнө март һәм октябрь айҙары арауығына тура килгән, 16 июнь көнө биографтар килешеүе менән шартлы рәүештә ҡабул ителгән.</ref> Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһы Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Тәкәй<ref>1775 йылда Тәкәй ауылы батша ғәскәрҙәре тарафынан яндырылған.</ref> ауылында тыуған.
Атаһы Юлай Аҙналин 1720 йылда Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы булып китә һәм үҙенең ғәҙеллеге менән Башҡортостан халҡы араһында ихтирам яулай. Атаһы улы Салауатҡа яҡшы белем һәм тәрбиә бирә, ул төрки һәм рус телдәрендә уҡырға һәм яҙырға өйрәнгән. Салауат Юлаевтың әсәһе тураһында документаль мәғлүмәттәр һаҡланмаған, ә фольклор сығанаҡтарында уның белемле ҡатын булыуы әйтелә, һәм ҡайһы бер материалдар буйынса уның исеме Аҙнабикә булаШаблон:Sfn.
Көслө, ҡурҡыу белмәгән 14 йәшлек үҫмерҙең айыу менән көрәшеп, ябай бысаҡ ярҙамында ғына еңеп сыға алыуын риүәйәттәр һәм халыҡ йырҙары бәйән итә. Ул йәштәштәре араһында әйҙәүсе башлыҡ булараҡ билдәле. Тартып алынған көҙәй ырыуы ерендә урынлашҡан Эҫем (Сим) заводын беренсе тапҡыр, йәштәштәре менән үҫмер сағында, туҙҙыра һәм яндыра. Салауат Ҡөрьәнде һәм шәриғәтте лә яҡшы белгән, сәсән Байыҡ Айҙар менән осрашҡанШаблон:Sfn. Батыр шулай уҡ йырсы-импровизатор һәм ҡурайсы ла булған<ref>Шаблон:Книга</ref>.
1771—1773 йылдарҙа Юлай Аҙналин Польша конфедераттарына ҡаршы һуғышта ҡатнаша һәм күрһәткән батырлыҡтары өсөн кесе хәрби байраҡ менән бүләкләнә. Атаһы хәрби походтарҙа булған саҡта старшина вазифаһын Салауат үҙе башҡараШаблон:Sfn.
Һуғышта ҡатнашыуы
1773 йылдың 17 сентябрендә императрица Екатерина II ҡаршы Ырымбур губернаһында Емельян Пугачёв етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы тоҡана. Ихтилалды, «Пётр III» исемен ҡулланып, казак атаманы Емельян Пугачёв етәкләй. 1773 йылдың 10 ноябрендә ихтилалсыларға Салауат Юлаев етәкселегендә бер төркөм башҡорт яугирҙәре килеп ҡушыла. Салауат Юлаев ноябрь — декабрь айҙарында Ырымбур ҡалаһы янында һәм Ырымбур сик һыҙығында алыштарҙа, шул иҫәптән Ильин ҡәлғәһен алыуҙа ҡатнаша һәм яралана. Ырымбур ҡәлғәһе тирәһендәге яуҙарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм һуғыш оҫталығы өсөн Салауатҡа «Пётр III» исеменән полковник дәрәжәһе биреләШаблон:Sfn.
1774 йылдың ғинуар — мартында Пермь провинцияһының көньяғында һәм Өфө провинцияһының төньяғында Салауат Юлаев ихтилал етәкселәренең береһе була. Уның ғәскәрендә 4 меңдән ашыу төрлө милләттәге кеше була, Салауаттың поход канцелярияһы ихтилалсылар биләгән төбәктәрҙә мөһим хәрби һәм граждандар идараһы органы булып торған. Канцелярия мөрәжәғәтнамәләр һәм фармандар төҙөгән, суд эштәрен дә башҡарған. 1774 йылдың 12 ғинуарында Салауаттың отряды Пермь провинцияһының Красноуфимск ҡәлғәһен һуғышһыҙ ала, 18—25 ғинуарҙа Көңгөр ҡалаһын ҡамай. 19 февралдә Красноуфимск ҡәлғәһе эргәһендә секунд-майор Д. О. Гагрин, 3 һәм 10 мартта — Ҡазан губернаһының Сарапул ҡалаһы эргәһендә подполковник А. Ф. Обернибесов, 14 һәм 17 мартта Красноуфимск ҡәлғәһе һәм Себер даруғаһының Һыҙғы улусы Боғалыш<ref>Хәҙерге Свердловск өлкәһендәге ауыл.</ref> ауылы янында секунд-майор А. В. Папава етәкселегендәге император ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша<ref name="Башҡорт Энциклопедияһы">Шаблон:БЭ2013</ref>.
Апрель — майҙа Салауат Юлаев Өфө провинцияһы халҡын ихтилалсыларҙың Магнит ҡәлғәһенә<ref>Хәҙерге Магнитогорск ҡалаһы.</ref> етеп килеүсе Төп ғәскәренә мобилизациялай, уны аҡса, аҙыҡ-түлек һәм кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә. 6 һәм 8 майҙа Салауаттың 4 меңлек отряды Үрге Эҫем заводы янында, 31 майҙа Себер даруғаһы Әйле улусының Әйле пристане<ref>Хәҙерге Силәбе өлкәһе Иҫке Пристань ауылы.</ref> янында И. И. Михельсон етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәре менән һуғыша<ref name="Башҡорт Энциклопедияһы"/>.
2 июндә Салауат Юлаевтың отряды Е. И. Пугачёвтың Төп ғәскәрҙәренә ҡушыла<ref>Шаблон:Книга</ref>. Себер даруғаһының Тырнаҡлы улусы 3 июндә Үрге Ҡыйғы һәм 5 июндә — Уразмәт ауылдары эргәһендә, 11 июндә — Әшит ҡәлғәһе<ref>Хәҙерге Свердловск өлкәһе Әшит ҡасабаһы.</ref> янында Пугачёвтың Төп ғәскәре составында А. В. Папава етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа, 18—20 июндә Уҫыны алыуҙа ҡатнаша. Уҫыға юлланған саҡта Салауат Юлаевтың отряды Бөрө ҡалаһын алаШаблон:Sfn. 5 июндә «Пётр III» Пугачёв Салауат Юлаевҡа бригадир (генерал) дәрәжәһен бирә<ref>Гвоздикова И. М. Салават Юлаев: исследования документальных источников. Уфа, 2004. — 170—172.</ref>. Уҫы ҡәлғәһен алған ваҡытта батыр өсөнсө тапҡыр яраланаШаблон:Sfn.
Июль — ноябрь айҙарында Салауат Юлаев Башҡортостанда баш күтәреүселәр хәрәкәте менән етәкселек итә. Кама буйҙарынан алып Ҡытау йылғаһы заводтарына тиклем барған һуғыштарҙа ҡатнаша. Август айында Өфө ҡәлғәһе ҡамауға алына: төньяҡтан Салауат Юлаев төркөмө, көньяҡтан — Ҡасҡын Һамаров, көньяҡ-көнбайыштан — Ҡәнзәфәр Усаев, төньяҡ-көнсығыштан — Туҡтамыш Ишбулатов төркөмдәре ҡамауҙа тора. Батырҙың отряды Ҡытау-Ивановск заводын ҡамауға ала. Сентябрь башында Ағиҙел һәм Буй йылғалары араһында Салауат Юлаев премьер-майор И. Г. Штерич етәкселегендәге хәрби көстәр менән һуғыша: 4 сентябрҙә Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Иваново<ref>Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Иванай ауылы.</ref> ауылы янындағы алышта ҡатнаша<ref name="Башҡорт Энциклопедияһы"/>.
Баш күтәреүселәрҙең Төп ғәскәре ҡыйратылып, Емельян Пугачёв ҡулға алынғандан һуң да Салауат Юлаев көрәште дауам итә, һәм уның отрядтары 18 сентябрҙә Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Тимошкино ауылы, 22 сентябрҙә Себер даруғаһының Ҡыр-Танып улусы Нөркә<ref>Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районындағы ауыл.</ref> ауылы янында подполковник И. К. Рылеев ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. Хөкүмәт ғәскәрҙәре командующийы П. И. Панин башҡорттарҙан ҡорал һалырға, Салауатты һәм уның атаһы Юлайҙы тотоп биреүҙе талап итә. Ә йәшерен комиссия башлығы генерал П. С. Потёмкин Салауат Юлаевтың үҙенә мөрәжәғәт итә: «Покайся, познай вину свою и приди с повиновением»Шаблон:Sfn.
Даими хәрби әҙерлек үткән ғәскәрҙәргә ҡаршы көрәш алып барыуы еңел булмай. Теүәл 1 йыл 15 көн дауам иткән һуғыш юлында, Салауат Юлаев 28 хәрби алышта ҡатнаша. 20 ноябрҙә Ҡытау-Ивановск заводы янында батырҙың отряды һуңғы тапҡыр хөкүмәт ғәскәрҙәре менән алыша. Шаблон:Начало скрытого блока
| Салауат Юлаев алыштарының исемлеге<ref>Шаблон:Статья</ref> | |||||
|---|---|---|---|---|---|
| № | Дата | Урыны | Дошманы | Союздашы | Һөҙөмтәһе |
| 1 | 13.11.1773 | Бәрҙе ҡәлғәһе | Сембер коменданты П. М. Чернышёв | Төп ғәскәр | Чернышёв корпусын ҡыйратыу |
| 2 | 14.11.1773 | Бәрҙе ҡәлғәһе | Ырымбур гарнизоны етәксеһе, бригадир А. Ф. Корф | Төп ғәскәр | Ырымбур гарнизоны һөжүмен кире ҡағыу |
| 3 | 22.11.1773 | Бәрҙе ҡәлғәһе | Ырымбур гарнизоны етәксеһе, бригадир А. Ф. Корф | Төп ғәскәр | Ырымбур гарнизоны һөжүмен кире ҡағыу |
| 4 | 23.11.1773 | Ырымбур ҡалаһы | Ырымбур губернаторы И. А. Рейнсдорп | Төп ғәскәр | баш күтәреүселәрҙең һөжүме кире ҡағыла |
| 5 | 26.11.1773 | Бәрҙе ҡәлғәһе | Наумов | Төп ғәскәр | Ырымбур гарнизоны һөжүмен кире ҡағыу |
| 6 | 07.12.1773 | Ырымбур ҡалаһы | Ырымбур губернаторы И. А. Рейнсдорп | Төп ғәскәр | баш күтәреүселәрҙең һөжүме кире ҡағыла |
| 7 | 11.12.1773 | Ырымбур ҡалаһы | Ырымбур губернаторы И. А. Рейнсдорп | Төп ғәскәр | баш күтәреүселәрҙең һөжүме кире ҡағыла |
| 8 | 23.01.1774 | Көңгөр ҡалаһы | ҡала гарнизоны | бригадир И. С. Кузнецов | баш күтәреүселәр ҡала яны территорияһын ала |
| 9 | 24.01.1774 | Көңгөр ҡалаһы | ҡала гарнизоны | бригадир И. С. Кузнецов | аяғы яралана |
| 10 | 19.02.1774 | Красноуфимск ҡалаһы | секунд-майор Д. О. Гагрин | — | баш күтәреүселәрҙең һөжүме кире ҡағыла |
| 11 | 23.02.1774 | Сарапул улусы | секунд-майор И. Гурьев | — | Гурьев командаһын ҡыйратыу |
| 12 | 03.03.1774 | Сарапул улусы | секунд-майор И. Гурьев | — | Гурьев командаһын ҡыйратыу |
| 13 | 09.03.1774 | Сарапул улусы | секунд-майор И. Гурьев | — | Гурьев командаһын ҡыйратыу |
| 14 | 14.03.1774 | Красноуфимск ҡалаһы | подполковник А. В. Папав | — | баш күтәреүселәрҙең һөжүме кире ҡағыла |
| 15 | 17.03.1774 | Боғалыш ауылы | подполковник А. В. Папав | — | баш күтәреүселәрҙең һөжүме кире ҡағыла |
| 16 | 07.05.1774 | Эҫем заводы | подполковник И. И. Михельсон | — | алышта еңеүсе булмай |
| 17 | 08.05.1774 | Эҫем заводы | подполковник И. И. Михельсон | — | алышта еңеүсе булмай |
| 18 | 17.05.1774 | Әй йылғаһы | подполковник И. И. Михельсон | — | алышта еңеүсе булмай |
| 19 | 31.05.1774 | Эҫем заводы | подполковник И. И. Михельсон | — | алышта еңеүсе булмай |
| 20 | 03.06.1774 | Үрге Ҡыйғы ауылы | подполковник И. И. Михельсон | Е. И. Пугачёв | алышта еңеүсе булмай |
| 21 | 05.06.1774 | Мәсәғүт ауылы | подполковник И. И. Михельсон | Е. И. Пугачёв | алышта еңеүсе булмай |
| 22 | 11.07.1774 | Уҫы ҡалаһы | ҡала гарнизоны | И. Н. Белобородов | һөжүм итеү |
| 23 | 18.07.1774 | Уҫы ҡалаһы | ҡала гарнизоны | Е. И. Пугачёв | һөжүм итеү |
| 24 | 18.07.1774 | Уҫы ҡалаһы | ҡала гарнизоны | И. Н. Белобородов | һөжүм итеү |
| 25 | 20.07.1774 | Уҫы ҡалаһы | ҡала гарнизоны | И. Н. Белобородов | һөжүм итеү |
| 26 | 20.07.1774 | Уҫы ҡалаһы | ҡала гарнизоны | И. Н. Белобородов | ҡаланы алыу |
| 27 | 04.09.1774 | Әмзә йылғаһы | секунд-майор И. Г. Штерич | — | алышта еңеүсе булмай |
| 28 | 18.09.1774 | Нөркә ауылы | подполковник И. К. Рылеев | — | баш күтәреүселәр сигенә |
| 29 | 22.09.1774 | Йәлдәк ҡәлғәһе | подполковник И. К. Рылеев | — | алышта еңеүсе булмай |
| 30 | 22.11.1774 | Ҡытау-Ивановск заводы | генерал-майор Ф. Ю. Фрейман | — | баш күтәреүселәр еңелә |
Шаблон:Конец скрытого блока Салауат Юлаев 1774 йылдың 25 ноябрендә генерал-майор Ф. Ю. Фрейман командаһы тарафынан ҡулға алына. Салауат Юлаев, атаһы Юлай Аҙналин, арҡаҙашы Иван Зарубин-Чика Өфө ҡәлғәһенең зинданында ябып тотола. Сенаттың Йәшерен экспедицияһы һәм Ырымбур губернаторы И. А. Рейнсдорптың тикшереү, һорау алыу, язалау, хөкөм итеү эштәре Өфөлә, Ҡазанда, Мәскәүҙә 339 көн дауамында алып барыла. Хөкөм ителгәндән һуң Салауат Юлаевты, атаһы Юлай Аҙналинды Ырымбурға, Өфөгә һәм башҡа көсөргәнешле алыш барған урындарға алып барып язаға тарттыралар. Һәр урында 175 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтырылғандан һуң, уларҙың танау япраҡтарын йырталар, маңлайына һәм яңаҡтарына «З» («злодей» — «енәйәтсе»), «Б» («бунтовщик» — «боласы»), «И» («изменник» — «хыянатсы») тамғалары баҫыла<ref name="Башҡорт Энциклопедияһы"/>.
Тотҡонда
1775 йылдың 2 ноябрендә Салауат Юлаев, атаһы Юлай Аҙналин менән бергә, Балтик Портына<ref>Хәҙерге ваҡытта был ҡәлғә — Эстонияның Палдиски ҡалаһы.</ref> (1762 йылға тиклем Рогервик ҡәлғәһе) мәңгелеккә һөргөнгә ебәрелә. Юлдары Өфөлә башлана һәм Минзәлә — Ҡазан — Түбәнге Новгород — Мәскәү — Тверь — Бөйөк Новгород — Ревель аша үтеп, Балтик Портында тамамлана.
Салауат Юлаев 1800 йылдың 8 октябрендә (иҫкесә 26 сентябргә тура килә) һөргөндә Балтик диңгеҙе буйындағы Рогервик ҡәлғәһендә (хәҙерге Эстонияның Палдиски ҡалаһы) вафат була.
Ғаиләһе
Салауат Юлаев иртә өйләнгән. Мосолман ғөрөф-ғәҙәттәренә ярашлы, уның өс ҡатыны һәм 1775 йылға ҡарата ике улы һәм ике (йәки өс) ҡыҙы булғанШаблон:Sfn. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа ул һәләк булған ағаларының ҡатындарына өйләнгән тип билдәләнә.
1774 йылдың көҙөндә, Салауат Юлаев ҡулға алынмаҫ элек үк, карателдәр батырҙың ҡатындарын һәм балаларын аманат рәүешендә Өфөгә килтергәндәр, Пугачев ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашҡан генерал-майор Ф. Ю. Фрейманда Салауаттың улы, ә ҡала коменданты полковник С. С. Мясоедовта уның бер ҡатыны һәм икенсе улы булыуы билдәлеШаблон:Sfn.
Салауат Юлаев ғаиләһенең ҡанунһыҙ рәүештә ҡулға алыныуына протест белдергән: «Такого ж указа, чтоб от лишенных жизни семейства отбирать, действительно нет». Ул туғандарынан һәм дуҫтарынан ҡатындарын һәм балаларын азат итеүҙе юллап губерна канцелярияһына мөрәжәғәт итергә, был да ярҙам итмәһә, Сенатҡа яҙыуҙарын һораған: «чтоб государевые рабы у подчиненных во услужении не были». Ғаиләһенең артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Халыҡ хәтерендә батырҙың тоҡомдары тураһында бихисап легендалар һаҡланып ҡалған. Был хаҡта Салауат Юлаевтың биографы В. Сидоров "Был героем Салават" тигән китабында бәйән итә. Имеш, Дыуан районы Вознесенка тигән ауылда Екатерина Михайловна тигән ҡатындан улы булған. Ҡатын үлеп ҡалғас, был баланы Салауат кемгәлер тапшырғанмы, әллә урманда ҡалдырырға мәжбүр булып, шунда уҡ тапҡандармы тигән хәбәрҙәр төрлө вариантта йәшәп килгән. Улы, ихтилалдан һуң 14 йыл үткәс, әсәһе яғынан олаталарына атаһы тураһында белешергә килгән имеш, әммә был хаҡта власть әһелдәренә хәбәр иткәндәр ҙә, уны йәшергәндәр, артабан ҡайҙа киткәне билдәһеҙ, тигән хәбәрҙәр ҙә яҙып алынған.
Икенсе бер риүәйәттә Салауаттың улы баһадир булып буй еткереп, икенсе Әй улусының кантон начальнигы булған, становой приставтарҙы ҡамсылаған, бер ниҙән дә ҡурҡмаған тип бәйән ителә.
Риүәйәттәр Салауаттың тоҡомдарын иң яҡшы сифаттар менән һүрәтләй: бер бүләһе, имеш, бик шәп йырсы булған, икенселәре ҡарт олаталары кеүек һөңгө тотоп ҡына айыу ауларға йөрөгән <ref>Сидоров В. В. Был героем Салават. Уфа: Китап, 2003. (рус.)</ref>.
Ижады
Шаблон:Викитека Салауат Юлаевтың яҙма рәүештә һәм телдән һаҡланған 500 юл самаһы шиғри мираҫы беҙҙең көндәргә килеп еткән<ref name="Башҡорт Энциклопедияһы"/>.
Салауат Юлаевтың 5 шиғырын тәүге тапҡыр рус телендә Ф. Д. Нефёдов «Салауат, башҡорт батыры» («Салават, башкирский батыр»; 1880) тигән очергында баҫтырып сығара. Шағирҙың тағы ла 7 шиғыры Р. Г. Игнатьевтың «Башҡорттарҙың Пугачёв ихтилалы алдынан хәрәкәте; Башҡорт Салауат Юлаев, Пугачёв бригадиры, йырсы һәм импровизатор» («Движение башкир перед пугачёвским бунтом; Башкир Салават Юлаев, пугачёвский бригадир, певец и импровизатор»; 1893) исемле хеҙмәтендә донъя күрә. Рәсәй империяһы осоронда Салауат Юлаевтың шиғырҙары барлығы дүрт тапҡыр баҫылып сыға<ref name="История литературы Урала">Шаблон:Книга</ref>.
Топонимика
Башҡортостандың бер нисә районында Салауат тип аталған географик объекттар бар.
Салауат Юлаев тыуған Тәкәй йәйләүен әле лә Салауат йәйләүе тип йөрөтәләр. Был урында, Һары Ҡондоҙ йылғаһы менән Ҡондоҙтамаҡ йылғаһы ҡушылған ерҙә, иҫ киткес матур тәбиғәт. Ауыл халҡы уны "Оло төбәк" тип йөрөтә. Йәй тау битләүе хуш еҫле сәскәләр менән ҡаплана. Тәкәй йәйләүе аша Һары Ҡондоҙ йылғаһы ағып ята. Заманында мул һыулы йылға булған. Унда ҡондоҙҙар бик күпләп үрсегән. Ул дәүерҙә ҡиммәтле тиреле йәнлектәргә һунар итеү башҡорттарҙың төп кәсебе булып һаналған. Өҫ-баш кейемдәре лә ҡондоҙ тиреһенән булған (Халыҡтың ауыҙ-тел ижадынан).
Хәтер
Салауат Юлаевҡа башҡорт халыҡ йыры «Салауат» һәм башҡа сәнғәт, әҙәбиәт һәм фольклор әҫәрҙәре арналған. Халыҡ хәтере уның үҙе һәм исеме менән бәйле бик күп иҫтәлекле тарихи урындарҙы һаҡлай. Батырҙың исеме башҡорт, рус, татар һәм башҡа милләт ғалимдары, яҙыусылары, шағирҙары, рәссамдары, скульпторҙары, композиторҙары әҫәрҙәрендә мәңгеләштерелгән.
Әҙәбиәттә
- Рәсәйҙә тәүге тапҡыр Салауат Юлаевты А. С. Пушкин «Пугачёв тарихы» тигән романында телгә ала<ref name="История литературы Урала"/>. Батыр хаҡында тарихсылар, яҙыусылар В. Н. Витевский, Н. Гурвич, Н. Фирсов, В. Черемшанский, П. Юдин<ref>1898 йылда Мәскәү университеты профессоры П. Л. Юдин Салауат Юлаевтың һуғыштағы ролен бик юғары баһалаған:Шаблон:Начало цитаты«Не будь такого талантливого и преданного сподвижника, как Салават, Пугачев перестал бы быть вождем Крестьянской войны, а сама Крестьянская война была бы подавлена еще весной 1774 г. после сокрушительного поражения повстанческой армии под Троицкой крепостью и под селом Лягушино. Только Салават, подоспевший со своей конницей, спас Пугачёва и пугачевский бунт»Шаблон:Конец цитаты</ref>, Д. Мамин-Сибиряк, М. Лоссиевский, В. Зефиров, И. Казанцев, А. Алекторов, В. Филоненко, Ф. Нефёдов, Н. Дрягин, С. Руденко һәм башҡалар яҙалар.
- П. Кудряшёв тарафынан рус теленә тәржемә ителгән халыҡ йырына А. Алябьев уның көйөн яҙып ала. С. Рыбаков һәм М. Солтанов батыр тураһындағы халыҡ йырҙарын баҫтырып сығаралар<ref name="История литературы Урала"/>.
- 1941 йылда Мәскәүҙә С. П. Злобиндың «Салауат Юлаев» тарихи романы нәшер ителә.
- 1993 йылда Өфөлә Булат Рафиҡовтың «Эйәрләнгән ат» әҫәре сыға.
- 1994 йылда Мираҫ Иҙелбаевтың «Юлай улы Салауат» тигән китабы баҫтырыла.
- 2004 йылда Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре «Салауат Юлаев энциклопедияһы»н нәшер итте.
Салауат Юлаев исемендәге наградалар
- 1967 йылда Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәрҙе билдәләү өсөн Салауат Юлаев исемендәге премия булдырҙы, был премия 1992 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тип атала.
- 1998 йылда Башҡортостан Республикаһының иң юғары бүләге — Салауат Юлаев ордены булдырылған.
Салауат Юлаев исеме бирелгән
- Рәсәйҙә Граждандар һуғышы барышында Башҡорт айырым кавалерия дивизияһының сәйәси бүлеге «Салауат» исемле гәзит сығара<ref>Шаблон:Книга</ref>.
- Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Салауат Юлаев исемендәге 1292-се танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкы ойошторола<ref>Шаблон:БЭ2013</ref>, «Салауат Юлаев» бронепоезы һәм истребителе төҙөлә.
- Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Республикаһында административ район, ҡала, урамдар һәм проспекттар, хоккей клубы, теплоходтар, мәмерйәләр (Салауат Юлаев мәмерйәһе, Салауат мәмерйәһе) һәм башҡаларға Салауат Юлаев исеме бирелгән.
Музейҙар
- 1991 йылдан Башҡортостан Республикаһы Салауат районының үҙәге Малаяҙ ауылында Салауат Юлаев музейы эшләй. Эстонияның Палдиски ҡалаһында Салауат Юлаев музейы асылған һәм унда һәйкәл ҡуйылған.
Һәйкәлдәр
- Башҡортостанда Салауат Юлаевҡа тәүге һәйкәл 1952 йылда Т. П. Нечаева проекты буйынса эшләнә, хәҙерге ваҡытта ул Маляҙҙағы Салауат Юлаев музейы янында урынлашҡан. Т. П. Нечаеваның шундай уҡ һәйкәлдәре 1952 йылда Өфөлә Салауат Юлаев исемендәге баҡсала (хәҙерге ваҡытта ул реставрациянан һуң «Янғантау» шифаханаһы биләмәһендә тора, 1967 йылда Салауат ҡалаһының Салауат Юлаев исемендәге скверҙа ҡуйыла.
- 1967 йылда Өфөлә Ағиҙел йылғаһының ярында (Зәки Вәлиди һәм Мәжит Ғафури урамдарының киҫешендә) Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйылған. Был проекттың скульпторы — С. Д. Тавасиев, архитекторы — И. Г. Ғәйнетдинов. Һәйкәлдең һүрәте Башҡортостандың Дәүләт гербында күрһәтелгән<ref>Шаблон:БЭ2013</ref>.
- Салауат Юлаевҡа һәйкәлдәр, бюстар һәм таҡтаташтар тағы ла Башҡортостандың Баймаҡ, Салауат һәм Сибай ҡалаларында, Асҡар ауылында, Эстонияның Палдиски<ref>Эстонияла Салауат Юлаевҡа бюст ҡуйылды. Башинформ мәғлүмәт агентлығы, 2017, 25 июльШаблон:V</ref>, Свердловск өлкәһенең Красноуфимск ҡалаларында, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Уйылды<ref>[http://chelyabinsk.rfn.ru/rnews.html?id=27481 Челябинская ГТРК / На Южном Урале появился памятник Салавату Юлаеву Шаблон:Webarchive</ref><ref>Салават Юлаев поселился на Увильдах — Социальная ответственность — Chelyabinsk.ru — агентство новостей. Новости Челябинска. Лента новостей Челябинска. Новость дня Шаблон:Webarchive</ref> ауылдарында һәм башҡа урындарҙа ҡуйылған.
Сәнғәттә
- Режиссёр Яков Протазанов төшөргән «Салауат Юлаев» фильмы 1941 йылда ил экрандарына сыға.
- «Салауат Юлаев» операһы Заһир Исмәғилев һәм Баязит Бикбай тарафынан батыр тормошо хаҡында 1955 йылда яҙыла һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә ҡуйыла.
- 1959 йылда «Тау бөркөтө» балетының премьераһы була (Хөсәйен Әхмәтов һәм Нариман Сабитов либреттоһы һәм музыкаһы, К. Д. Карпинская хореографияһы).
- Әбделҡадир Инандың «Салауат батыр» исемле биш шаршаулы тарихи драмаһы башҡорт әҙәбиәтендә Салауат Юлаев образына арналған тәүге күләмле әҫәр булып иҫәпләнәШаблон:Sfn.
- Баязит Бикбай, Мостай Кәрим һәм башҡа драматургтарҙың пьесалары буйынса ла спектаклдәр донъя күрә.
- 2004 йылда «Мин үлмәнем, башҡорттарым!» («Башҡортостан» ТРК-һы, сценарий авторы Гәүһәр Батталова, режисёры Т. Фәтхиев), ә 2005 йылда «Һынмаҫ рух» («Башҡортостан» киностудияһы, сценарий авторы һәм режисёры Әмир Абдразаҡов) исемле документаль фильмдары төшөрөлә.
Мәҙәни саралар
- Башҡортостанда 1989 йылдан алып йыл һайын Салауат көндәре, 2004 йылдан башлап, июнь айының икенсе яртыһында, республика фольклор байрамы — Салауат йыйыны үткәрелә.
Башҡа саралар
- Эстонияның баш ҡалаһы Таллинда 20-се быуат аҙағынан әүҙем эшләп килгән «Ағиҙел» мәҙәни ойошмаһы (етәксеһе Флүзә Хәйруллина) ағзалары йыл һайын, 45 саҡрымда ятҡан Палдиски ҡалаһына барып, Салауат Юлаевты иҫкә алыу сараһы үткәрә<ref>В Эстонии башкирские активисты провели мероприятие памяти Салавата Юлаева. ИА «Башинформ», 15 июня 2021 годаШаблон:Ref-ruШаблон:V</ref>.
Былар ҡыҙыҡлы
Никарагуа социалистик партияһы ағзаһы Лопес Аугусто ил президенты диктатураһына ҡаршы хәрәкәттә «Салауат Юлаев» ҡушаматын йөрөтә<ref>Шаблон:СЮЭ</ref>
Галерея
Әҫәрҙәре
- Салауат Юлаев шиғырҙары, уның тураһында башҡорт халыҡ йырҙары һәм художестволы әҫәрҙәр. Өфө, 1953.Шаблон:Ref-ba
- Стихи. Переводы Б. Турганова // Библиотека всемирной литературы. Серия первая. Поэзия народов СССР IV—XVIII веков. М., 1972. 543—547-се биттәр.Шаблон:Ref-ru
- Жорыҡ жырлары [Поход йырҙары. Ҡаҙаҡсаға Берхаир Аманшин тәржемәһе]. Алматы: Жазушы, 1983.Шаблон:Ref-kk
- Шиғырҙар. Йырҙар. Рәсми ҡағыҙҙар./ Төҙ: М. X. Иҙелбаев. Өфө, 1994.Шаблон:Ref-ba
- Стихотворения. Уфа: Китап, 2000.Шаблон:Ref-baШаблон:Ref-ru
- Стихотворения. Уфа, 2004.Шаблон:Ref-ru
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
- Шаблон:БЭ2013
- Шаблон:Книга
- Салауат Юлаевтың шиғырҙары һәм йырҙары
- Шаблон:Статья
- Шаблон:Статья
- Шаблон:Статья
- Шаблон:Статья
- Шаблон:Статья
- Татьяна Васильева. Музей Салавата Юлаева.Шаблон:Ref-ruШаблон:V
- Речь Салавата башкирскому войску перед присоединением к Емельяну Пугачеву. // Башкирское предание. Шаблон:Ref-ru
Видеояҙмалар һәм фильмдар
- Шаблон:YouTube«Личность в башкирской истории: Салават Юлаев». ТРК «Башкортостан», 2010 г.
- Шаблон:YouTube«Лик Салавата». ТРК «Башкортостан», 2013 г.
- Шаблон:YouTube фильм "Салават Юлаев". Я. Протазанов, 1941 (полная версия)
- Шаблон:YouTube "Пугачевщина в Башкирии (Башкирское восстание 1773-1774 гг.")