Салауат Юлаев

Материал из Mari-Lab
Перейти к навигации Перейти к поиску

Салауат Юлаев (Салауат Юлай улы) (16 июнь 1754 йыл[1] — 26 сентябрь 1800 йыл) — башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. Салауат районының почетлы гражданы[2].

Биографияһы

Үҫмер йылдары

1754[1][3] йылдың 16 июнендә[4] Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһы Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Тәкәй[5] ауылында тыуған.

Атаһы Юлай Аҙналин 1720 йылда Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы булып китә һәм үҙенең ғәҙеллеге менән Башҡортостан халҡы араһында ихтирам яулай. Атаһы улы Салауатҡа яҡшы белем һәм тәрбиә бирә, ул төрки һәм рус телдәрендә уҡырға һәм яҙырға өйрәнгән. Салауат Юлаевтың әсәһе тураһында документаль мәғлүмәттәр һаҡланмаған, ә фольклор сығанаҡтарында уның белемле ҡатын булыуы әйтелә, һәм ҡайһы бер материалдар буйынса уның исеме Аҙнабикә була[6].

Көслө, ҡурҡыу белмәгән 14 йәшлек үҫмерҙең айыу менән көрәшеп, ябай бысаҡ ярҙамында ғына еңеп сыға алыуын риүәйәттәр һәм халыҡ йырҙары бәйән итә. Ул йәштәштәре араһында әйҙәүсе башлыҡ булараҡ билдәле. Тартып алынған көҙәй ырыуы ерендә урынлашҡан Эҫем (Сим) заводын беренсе тапҡыр, йәштәштәре менән үҫмер сағында, туҙҙыра һәм яндыра. Салауат Ҡөрьәнде һәм шәриғәтте лә яҡшы белгән, сәсән Байыҡ Айҙар менән осрашҡан[7]. Батыр шулай уҡ йырсы-импровизатор һәм ҡурайсы ла булған[8].

1771—1773 йылдарҙа Юлай Аҙналин Польша конфедераттарына ҡаршы һуғышта ҡатнаша һәм күрһәткән батырлыҡтары өсөн кесе хәрби байраҡ менән бүләкләнә. Атаһы хәрби походтарҙа булған саҡта старшина вазифаһын Салауат үҙе башҡара[9].

Һуғышта ҡатнашыуы

1773 йылдың 17 сентябрендә императрица Екатерина II ҡаршы Ырымбур губернаһында Емельян Пугачёв етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы тоҡана. Ихтилалды, «Пётр III» исемен ҡулланып, казак атаманы Емельян Пугачёв етәкләй. 1773 йылдың 10 ноябрендә ихтилалсыларға Салауат Юлаев етәкселегендә бер төркөм башҡорт яугирҙәре килеп ҡушыла. Салауат Юлаев ноябрь — декабрь айҙарында Ырымбур ҡалаһы янында һәм Ырымбур сик һыҙығында алыштарҙа, шул иҫәптән Ильин ҡәлғәһен алыуҙа ҡатнаша һәм яралана. Ырымбур ҡәлғәһе тирәһендәге яуҙарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм һуғыш оҫталығы өсөн Салауатҡа «Пётр III» исеменән полковник дәрәжәһе бирелә[9].